Гөлнур Ҡыуатова Төн йоҡламай әсәй, Әсә йөрәге - 2018
Гөлнур Ҡыуатова Ейәнсура районының Юлдаш ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән күңеле тулы моң була ҡыҙыҡайҙың, йөрәгенән сыҡҡан хис-тойғоларын аҡ ҡағыҙға теркәй барып, «Гөл һағышы – нурлы күңел» һәм «Тик һөйөүҙән тора йөрәгем» шиғри йыйынтыҡтарын донъяға сығара. Уның шиғырҙарына әлеге ваҡытта 100-ҙән ашыу йыр яҙылған, уларҙы билдәле йырсылар башҡара. Гөлнур Силәбе сәнғәт һәм мәҙәниәт академияһын тамамлаған. “Йәшлек“ гәзите журналисы. “Ҡош юлы“ республика фестиваленең йәш шағирҙар бәйгеһе лауреаты.
Төн йоҡламай, әсәй...
Төн йоҡламай, әллә уйланыпмы,
Әллә һыҙланыпмы, һис әйтмәй.
Төшөн һөйләп ала, иртәгәгә
Изге көндәр юрай гел әсәй.
Бошонмай ул, тәҡдиренә күнеп,
Буғанына шөкөр, тип йәшәй.
Ауыр булғанда ла йәш сығармаҫ,
Зарланыуҙы теле һис белмәй.
Ярты төн дә үтте, икәүләшеп
Төшөп киттек оҙон уйҙарға.
Уйланыпмы, әллә һыҙланыпмы,
Йоҡлай алмай әсәй һаман да...