Гөлнур Ҡыуатова “Ҡояш булыр инем һинең өсөн“
Гөлнур Ҡыуатова Ейәнсура районы Юлдаш ауылы ҡыҙы. Байтаҡ йылдар китапханасы булып эшләгәндән һуң журналистикаға килеп, әлеге ваҡытта “Йәшлек” гәзитендә хеҙмәт итә. Шиғырҙар яҙа, әүҙем ижадында мәңгелек ҡиммәттәргә дан йырлай. Байтаҡ шиғырҙарына композиторҙар көй яҙған.
Ҡояш булыр инем һинең өсөн
Ҡояш булыр инем һинең өсөн,
Хәсрәт болоттарын таратып,
Сәл сәсеңдән, әсәй, һыйпай-һыйпай
Бер иркәләр инем яратып.
Йылы биргем килә өшөгәндә,
Ҡаранғыла – юлың яҡтыртҡым.
Тик арала кәрәҙ бәйләнеше:
“Иҫән генә йөрө, һин ҡыҙым...“
Доға булыр инем һиңә әсәй,
Ауыр саҡтарыңда дауаға.
Изге теләктәрең юлдаш һәр саҡ
Оло юлға сыҡҡан балаңа.
Ҡояш булғым килә, алыҫтан да
Күрер өсөн матур йөҙөңдө...
Мин тырышам, әсәй, матур йәшәп
Шатландырыр өсөн үҙеңде...
Ҡояш булып һаҡлап торғом килә
Болот баҫмаһын тип күң(е)леңде...