Урмантаев Әхәт Әхмәҙулла улы
Хәйерле көн! Урмантаев Әхәт Әхмәҙулла улы. (70 йәш)
“1953 йылда Баймаҡ районының Темәс ауылында беренсе бала булып доньяға килгәнмен. Бала саҡтан гармун уйнарга яраттым. Кәләш алып, Күгиҙел ауылында төпләнеп, кәләшем Зәлифә менән дүрт балаға ғүмер бирҙек. Ауылда , районда үткәрелгән байрам сараларының уртаһында ҡайнайым. Яңауыл ҡалаһында республика кимәлендә үткәрелгән гармунсылар бәйгеһендә райондаштарым менән ҡатнашып, икенсе урын алып ҡайттыҡ. Район смотрҙарында ла ҡатнашып торабыҙ. Ауылыбыҙ бәләкәй генә булһа ла, күбеһе гармунсылар. Ғаилә менән уйнаусы бер туған Сирусиндар, Ғүмәровтарҙы әйтеп үтер инем.“