Миләүшә Солтанова, Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауылы
Әсәйемә хат
Әсәкәйем, ҡәҙерлем,
Бар һиңә әйтәһе һүҙҙәрем:
– Сабырһың һин, гүзәлһең дә,
Һоҡлана шуға күҙҙәрем!
Әсәкәйем, ҡәҙерлем!
Өҙөлөп һөйәм һине, йәнем,
Таҙа, бәхетле бул һин,
Шуны теләй йәнем, тәнем!
Рәхмәт һиңә, әсәй, барыһы өсөн!
Ишетелһә лә был бик ябай,
Гүзәл донъяла булыуыма
Рәхмәт әйтеп кенә туйып булмай.
Рәхмәт, әсәй, ғүмер биргәнгә
Минең өсөн янып көйгәнгә,
Рәхмәт бөтә күңелең менән
Беҙҙе өҙөлөп һөйә белгәнгә!
Рәхмәт түҙемлегең өсөн
Сабырлыҡҡа өйрәткәнгә,
Ҙур ышаныс миңә бағлап,
Тормош йәмен күрһәткәнгә!
Юлдарымды яҡтыртаһың һин
Күңел ҡояшың менән,
Ауыр саҡтар бик күп булалыр,
Уныһын аңлайым, беләм!
Тиңләр кәрәк әсәйҙәрҙе
Ерҙәге ожмах ҡошона,
Һибер кәрәк әсәйҙәрҙең
Аҡ сәсәктәр юлына!
Әсәй генә терәк була
Тормоштоң төрлө сағында,
Ниндәй хәлдәр булһа ла,
Һәр саҡ булыр яныңда!
Ғәфү итсе, ҡайһы саҡта
Күңелеңде ҡырһам, көйҙәрһәм,
Терәк булырмын һиңә ғүмер буйы
Ел-ямғырҙар тейҙермәм!
Көймә әсәй минең өсөн,
Ғорурланыр ҡыҙың булырмын,
Ерҙә мөғжизәләр бик күп улар,
Иң ҡә