Лилиә Һаҡмар Әсәйемә әсәй булғым килә, Әсә йөрәге - 2018
Лилиә Һаҡмар (Лилиә Ҡәйепова) – Баймаҡ районы Йомаш ауылында тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәгән билдәле шағирәбеҙ, ваҡытында беҙҙең “Башҡортостан ҡыҙы” журналында эшләп киткән хеҙмәттәшебеҙ. Уның шиғриәте ватансыл һәм хисле, мәрхәмәтле һәм яҡты. Бәйгебеҙгә тәҡдим иткән шиғырҙарында ла ижадсының үҙенсәлекле стиле, йылы күңел тулҡыны ярылып ята.
Әсәйемә әсәй булғым килә
Әсәйемә әсәй булғым килә,
Бәүетәһем килә шым ғына,
Ҡосағыма алып, әкиәт һөйләп,
Ял иттергем донъя шауынан...
Әсәй, һиңә әсәй булғым килә,
Тубығыма ғына ултыртып,
Алдарыңа тәмле ризыҡ теҙеп,
Сәй яһағым, кәсә тултырып.
Елп-елпенгән кәүҙәң һыйпай-һыйпай,
Йыуындырғым килә балалай.
Нисек түҙәйем һуң, ебәк кеүек
Йомшаҡ сәстәреңдән тарамай?!
“Үҙем!” – тимә, ял ит, әсәкәйем,
Инде үҙем әсәй, аңлайым.
Әсәй, һиңә әсәй булғым килә –
Кил, үбәйем һырлы маңлайың!