“Ай-haй, Салауат“ — Bashkir patriotic song
Lyrics in Bashkir:
Сабып сығып сал быуаттар аша,
Сапсындырып суйын саптарын,
Оран һалып илгә, ай, Салауат,
Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын.
Ай-һай, Салауат - тыуған илдең ҡото!
Ай-һай, Салауат - тыуған ерҙең уты!
Ай-һай, Салауат - башҡортомдоң ҡаны!
Ай-һай, Салауат - үҙ халҡымдың даны!
Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй,
Сүкмәгәндәй ергә Уралтау.
Салауаттың йыры илдә тынмаҫ,
Еңә алмаҫ рухын ҡорал-дау.
Ай-һай, Салауат - тыуған илдең ҡото!
Ай-һай, Салауат - тыуған ерҙең уты!
Ай-һай, Салауат - башҡортомдоң ҡаны!
Ай-һай, Салауат - үҙ халҡымдың даны!
Сит ил дошмандары үҙ халҡымдың
Юлдарына күпме таш өймәҫ.
Батшаларға башын эймәгәнде
Сит-яттарға башҡорт баш эймәҫ.
Ай-һай, Салауат - тыуған илдең ҡото!
Ай-һай, Салауат - тыуған ерҙең уты!
Ай-һай, Салауат - башҡортомдоң ҡаны!
Ай-һай, Салауат - үҙ халҡымдың даны!