«Сәңгелдәк» — «Бишек йыры» — «Йоҡларға, йоҡларға»

Муса Сиражи һүҙҙәре, Р.Сәхәүетдинова көйө. Ҡояш йөрөп йыраҡтарҙа, Ҡайтып төштө офоҡтарға Йоҡларға, йоҡларға. Ҡуяндар ҙа яландарҙа Саба-саба арығандар ҙа Боҫҡандар, ти, ҡыуаҡтарға Йоҡларға, йоҡларға. Күр, уттар ҙа күҙен йомдо Күп йорттарҙа. Ай ҙа сумды болоттарға Йоҡларға, йоҡларға. Ваҡыт инде әкиәткә Туҡтарға. Урын йәйәм ҡурсаҡтарға Йоҡларға, йоҡларға. ___________ Elle Aiu: Почта: hauart102@
Back to Top