Омск фажиғәһенә бер йыл
Былтыр 12 июлдән 13-нә ҡараған төндә Омск ҡалаһында урынлашҡан Һауа десант ғәскәрҙәре үҙәге казармаһы ишелеп 24 егеттең ғүмерен өҙҙө. Фажиғә илдең һәр төбәгенә тиерлек ҡағылды. Башҡортостандан ҡәһәрле казармала 9 егет йәшәгән. Уларҙың дүртеһе генә иҫән ҡалды. Владимир Дунаев менән Илнур Ҡыуандыҡов бәхеткә күрә, бәләнән еңел ҡотолдо. Улар күп тә үтмәй аяғына баҫты. Ә бына Рөстәм Нәбиев менән Владимир Петров ауыр йәрәхәттәр алған. Улар әле яңынан аяҡҡа баҫырға өйрәнә.