Өфөлә кескәй һылыуҡайҙар Принцессалар балына йыйылды
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында физик мөмкинлеге сикләнгән ҡыҙҙар һәм уларҙың әсәләре өсөн тәүге тапҡыр бал ойошторолдо. Байрамға республиканың төрлө төбәктәренән 300-гә яҡын бала саҡырылған. Театрҙа уларҙы парикмахерҙар, грим оҫталары, йыр-моң менән ҡаршы алдылар.