Саҡмағош районында ике йыл эсендә 9 кооператив хужалыҡ барлыҡҡа килгән
Уларҙың төрлө тармаҡта махсуслашыуы билдәле. Башҡортостандың ауыл хужалығы мәғлүмәттәренә ярашлы, кооперативтар һаны буйынса республика илдә лидерҙар иҫәбендә. Быға башлыса дәүләт ярҙамы булышлыҡ иткән.
Нурисламовтарҙың был көндәлек эше. Улар ферманан ҡайтып инмәй тиерлек. Бар эште лә кәңәшләшеп хәл итергә өйрәнгән ғаиләнең уңыштары ла байтаҡ.
Фермерлыҡ эшен тағы ла киңәйтеү, үҫтереү маҡсатында былтыр ғаилә федераль программала ҡатнашырға теләк белдерә. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй. Өс миллион һумлыҡ федераль грант аҡсаһына улар 20 баш һыйыр малы, бесәнде преслаусы техника алыуға һәм ангар төҙөтөүгә ирешә. Бөгөн бар һыйырҙар ҙа быҙаулаған. Ҡыш миҙгеле булыуға ҡарамаҫтан һәр баштан 7-8 литр һөт һауып алына. Продукция башлыса һатыуға оҙатыла.
Эш һөйгән кешегә дәүләт ярҙамы ҙур этәргес. Теләк һәм ышаныслы башланғыс булыуы ғына мөһим. Ә инде Нурисламовтар ирешелгән уңыштарҙа туҡтап ҡалырға уйламай. Киләсәктә мал һанын ишәйтеп, урындағы халыҡты эшле итеү маҡсаты менән яна.