Ҡойма ямғырҙарға ҡарамаҫтан, республикала ураҡ эштәре дауам итә
Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ужым культуралары сәсеүлектәрҙең 69 процентында иртә культуралар 7 процентында йыйып алынған.
Ауыл эшсәндәре 850 мең тонна иген һуҡҡан. Уртаса гектар ҡеүәте былтырғынан 7 центнерға күберәк. Был күрһәткестәрҙе минераль ашламалар файҙаланыу, элиталы орлоҡ ҡулланылған сәсеүлектәр майҙанын киңәйтеү иҫәбенә яҡшыртыуға өлгәшелгән.
Ураҡ барышы буйынса алдынғылар араһында Бүздәк, Илеш, Саҡмағош, Ҡырмыҫҡалы һәм Ауырғазы райондары. Урып һуғыу эштәре менән бер рәттән республиканың ҡайһы бер төбәктәрендә 2021 йылға ужым культураларын сәсеү ҙә башланып тора.