“Моң эсенә инеп йәшеренәм...” Баймаҡта яҡташыбыҙ Әхмәр Үтәбайҙың олпат юбилейына арналған әҙәби кисә үтте
“Моң эсенә инеп йәшеренәм...” Күренекле шағир, прозаик һәм журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әхмәр-Ғүмәр Үтәбайҙың олпат юбилейына арналған әҙәби кисә шулай тип аталды. Рухиәт байрамында шағирҙың ижадын яратыусылар, ҡәләмдәштәре ҡатнашты.Сара йөрәк түренән сыҡҡан шиғри һүҙ һәм йыр-моң менән үрелеп барҙы.