Коронавирусты иҫкәртеп
Республика Башлығы Указына ярашлы, ҡала урамдарында һәм йәмәғәт урындарында битлек режимын һаҡлауҙы күҙәткән рейдтар дауам итә. Ошо көндәрҙә ҡала хакимиәте, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә маршрут автобустарында именлек сараларының үтәлеше тикшерелде.