БЕЛГЕСТӘР МЕҢДӘН АШЫУ КЕШЕНЕ ҠАБУЛ ИТТЕ
“Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк“ акцияһы сиктәрендә Ишембай районы ауылдарында Өфө медицина учреждениелары белгестәре урындағы халыҡты ҡабул итә. Сәләмәтлек поезы Петровскиға килде, унда башҡала табиптары 3 көн дауамында эшләне. Ауыл халҡы бушлай эндокринолог, невролог, офтальмолог, кардиолог, акушер - гинеколгҡа килеп тикшереү үтә алды.