Мәскәүҙә «Башҡорт-байрам» тип исемләнгән мәҙәни фестиваль үтте
“Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы“ төбәк йәмәғәт ойошмаһын йәш ғалим Салауат Әхмәҙуллин етәкләйәсәк. Яңы рәйес илдең баш ҡалаһында урынлашҡан Башҡортостан вәкиллегендә отчет-һайлау йыйылышы һөҙөмтәһендә һайланды. Салауат Әхмәҙуллин билдәләүенсә, белем биреү аша милләттең берләшеүе бара. Әйткәндәй, тап ул Мәскәүҙә балаларға башҡорт телен өйрәтеү буйынса курстар ойоштороуҙа инициатор булараҡ сығыш яһағайны. Әлегә талантлы педагогтар кескәй тыңлаусыларҙа дәрескә ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра алырлыҡ уҡытыу методикаһы өҫтөндә эшләй.
“Башҡорт-байрам“ тип исемләнгән мәҙәни фестиваль дә йөҙҙәрсә кешенең һөйөүен яуланы. Республиканың йөҙ йыллығына арналған күләмле сарала милләтебеҙҙең рухи байлығы асылды. Концерт программаһында “Аҡ тирмә“ фольклор коллективы, “Илһам“ театр-студияһы, “Шоңҡар“ бейеү ансамбле сығыш яһаны. Билдәле ҡурайсы Азат Биксурин сәхнәгә сығып, мәскәү башҡорттарын бейетте.