Башҡорт эсҽмлҽгҽ - буҙа

Буҙа — туҡлыҡлы эсемлек, ҡымыҙ һымаҡ уҡ башҡорт милли аш-һыуы булып һанала. Ул шыттырылған һәм төйөлгән арпанан, һуңғараҡ ҡурылған һәм онталған һоло ҡушылған бойҙайҙан әҙерләнгән. Ҡайһы ваҡыт күбекләнеп торһон өсөн туң май йәки эс майы ҡушҡандар. Ғәҙәттә байрам табынына итле һыйҙан һуң биргәндәр. Башлыса Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында һәм Урал аръяғында әҙерләгәндәр. 
Back to Top