ОЛОҒАЙЫУ ЙӘШЕ ШУЛАЙМЫЛЫР... Нәсимә Ғайсина һүҙҙәре һәм көйө

Ғүмер үтә лә китә икән... Шул ғүмерҙәрҙең ел-ямғырҙарында йәшлектә генә була торған матур хистәр һүрелә бара. Шуға йәш саҡтарҙа һөйөлөшөп ҡалайыҡ. ОЛОҒАЙЫУ ЙӘШЕ ШУЛАЙМЫЛЫР... Нәсимә Ғайсина һүҙҙәре һәм көйө Олоғайыу йәше шулаймылыр... Көҙҙәргә лә күңел бошонмай, Йәшәртһә лә япраҡ яҙыбыҙҙы Әүәлгеләй хистәр ашҡынмай. ҠУШЫМТА Көлдө тырнап эҙләһәк тә, Тапманыҡ бер йылыһын, Остоҡ ҡына осҡонон да.... Һөйкәлһәк тә һалҡын тын. “Ҡыҙыу һөймә!“ - тиһәләр ҙә, Тыңламаныҡ ниңә һуң? Һөйҙөк көлгә ҡалғансамы..? Үкенһәк дә хәҙер һуң. Ауышҡанда ғүмер байышына Төнөбөҙ ҙә бара оҙая, Йыраҡлаша йәшлек хәтирәһе, Улары ла уңып аҙая. ҠУШЫМТА Көлдө тырнап эҙләһәк тә, Тапманыҡ бер йылыһын, Остоҡ ҡына осҡонон да.... Һөйкәлһәк тә һалҡын тын. “Ҡыҙыу һөймә!“ - тиһәләр ҙә, Тыңламаныҡ ниңә һуң? Һөйҙөк көлгә ҡалғансамы..? Үкенһәк дә хәҙер һуң... Һүтеп йәмен үткән йәшлек, Көҙөбөҙгә илтә юл. й Нәсимә Ғайсина
Back to Top