Илдар Таштимер улы Шагалинды уы юла оатыу...
...Ниһайәт, һәләк булыуына 2 айҙан ашыу ваҡыт үткәс, алып ҡайталар... Мәрхүмдәрҙе ер ҡуйынына һалыу мотлаҡ - күңелдә, нисектер ҡыйын булып, бер төйөр тора ине... Балаларына ла бик ҡыйын булғандыр... Иртәгә беҙ - Илдарҙың класташтары уны һуңғы юлға оҙатырға Белорет тарафтарына юл алабыҙ...
Шагалин Илдар Таштимер улы - 1-се һанлы республика интернат-мәктәбенең 1980-се йылғы сығарылыш уҡыусыһы. Ул бала саҡтан хәрби булырға теләне һәм маҡсатына ирешеп хаҡлы ялға сыҡҡансы Совет, Рәсәй армияһында хеҙмәт итте. Һуңынан инде эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнде. Мобилизация башланып, повестка килгәс тә, ул военкомат аша яңынан Ватан һаҡлаусылар сафына баҫты. Яҙ көндәре, апрелдә отпускаға ҡайтты. Ҡайтыу менән, әүҙем рәүештә, яу ҡырында ҡалған егеттәренә кәрәкле әйберҙәрҙе юллау эштәрен башҡарҙы: ул, Илдар Фаттахов етәкселегендә, класташтары йыйылышып һатып алған УАЗ (буханка) машинаһын, гумконвойға тейәүҙә шәхсән ҡатнашты. Украинала уның ҡулына, осраҡлы ғына эләккән, уны тетрәндәргән, илатҡан, йәшәүгә көс биргән таныш булмаған бер уҡыусы яҙған хатты түш карманында йөрөтөп, уның Өфөләге мәктәбенә, бар балаларға ла етерлек итеп күстәнәстәр алып барып, хат яҙыусы ҡыҙ бала менән дә осрашырға өлгөрҙө Илдарыбыҙ, уға үҙенең рәхмәт һүҙҙәрен әйтте... “Ул ҡыҙыҡай хатында “Я знаю вам там трудно, очень трудно“ тип яҙған. Ҡайҙан белгән ул беҙгә ҡыйын икәнен, ҡайҙан белгән?“- тип бер нисә тапҡыр ҡабатланы.
“РӘСӘЙ“ каналының “Хәйерле иртә, республика!“ тапшырыуында ла СВО хәлдәрен һөйләп, үҙе хеҙмәт иткән полкта 90% егеттәрҙең Башҡортостандан булыуҙарын әйтте. Ул: -“Оҙаҡламай йәй етә. Унда һыуға ҡытлыҡ, һыу кәрәк, һыу ташыу машинаһы булһа һәйбәт булыр ине, водовоз менән ярҙам итергә ине егеттәргә“,- тип телевизор ҡараусыларға мөрәжәғәт тә итте.
19 апрелдә 60 йәшлек ғүмер байрамын күңеле булғансы, баянсы туғаны менән күкрәк киреп йырлап, ҡотлауҙарҙы ихлас тыңлап, балалары, туғандары, яҡындары, дуҫтары менән уҙғарҙы... Унда беҙ ҙә булдыҡ...
-“Алғы һыҙыҡта мине егеттәр, башҡорт егеттәре көтә, егеттәрем янына барам, мин уларға кәрәк“,- тип ҡат-ҡат ашҡынып һөйләне ул юбилей тантанаһында...
...Ул Луганск өлкәһенә, һуғыш ҡырына дуҫы Илдар Фаттахов бүләк иткән “Шайморатов генерал“ хаҡындағы китаптарҙы алып китте. “Был китаптарҙа яҙылған мәғлүмәттәр егеттәрҙең рухын күтәреү өсөн бик кәрәк!“,- тигәйне Илдар...
Ул яуға китте, ә класташтарыбыҙ - Нур Тажетдинов менән Хәкимйән Сәфәрғолов, шул көндәрҙә үк, Илдар үтенеп һораған водовоз машиналарын ебәреү өсөн хәстәрлек эштәрен башланылар. Улар машиналарҙы гумконвойға әҙерләгән мәлдә “Шагалин Илдар батырҙарса һәләк булды...“,- тигән ауыр хәбәр килде... Әммә класташтарым, баш эйеп ҡалманылар, ҡулдарын төшөрмәнеләр. Илдар хеҙмәт иткән полк етәкселеге менән хәбәрләшеп, уның фотоһүрәте теркәлгән һыу ташыу машиналарын “ Илдар үҙе һәләк булһа ла, уның Ватан өсөн хеҙмәте дауам итһен!“,- тиеп Украинаға юл алған Башҡортостан гуманитар конвойына уларҙы тейәп оҙаттылар.
...Беҙ иртәгә уны - Илдар Таштимер улы Шагалинды һуңғы юлға оҙатасаҡбыҙ... Ауыр, йөрәк өҙгөс сара көтә беҙҙе...
P/s:
“Йөрәк һүҙе“беҙ тиеп тимер аттарҙа,
Оҙатып та ҡалғайныҡ һине яҙҙарҙа.
Ашҡындың, егеттәрем тиеп яуҙарҙа,
Эҙләргә һуң һине хәҙер ҡайҙарҙа?
Тәнең ҡайта -
Йәнкәйҙәрең икән ҡайҙарҙа?..
(Наилә Сәфәрғолова сәхифәһенән)