Өфөлә тиҙҙән технополис асыласаҡ
Ошо хаҡта республика башлығы Рөстәм Хәмитов Бөтә Рәсәй Фән фестивален асыу тантанаһында иғлан итте. Фән байрамының бишенсе, юбилей фестивален Волга буйы һәм Урал федераль округында үткәреү урыны булараҡ Башҡортостандандың башҡалаһы һайланыуы осраҡлы түгел. Республикала фән үҫеше өсөн төрлө йүнәлешле мөмкинлектәр бар. Йәштәр һәм балаларҙы ғилми эшмәкәрлеккә йәлеп итеү, фәнни тикшеренеүҙәргә ҡыҙыҡһыныу уятыусы ижад үҙәктәре әүҙем эшләй. Уларҙың тәжрибәһе менән танышыу маҡсатында Өфөгә Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәр