Бхер р са улап килер уна
Бөгөн бөйөк шағир Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл!
Бәхет - һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ,
Килеп инә табын таралғас!..
Тик көтәһең, көтөп арығас та,
Бәхет өсөн генә яралғас.
“Көтә белгәндәргә һуң түгел“ дә,
Йәшлек кенә көтөп тормай шул.
Юк шул уның туҡтар туҡталҡаһы
Йә үткәнгә юлын бормай шул.
Ҡала миңә бары йылдар буйы
Йырҙар менән күңел йыуатыу.
Бар ғүмерем минең - һине эҙләү,
Бар ғүмерем һине юғалтыу...