Радий Хәбиров БСТ телеканалына эксклюзив интервью бирҙе.
20 мартта киске сәғәт 8-ҙә БСТ телеканалында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән ҙур интервью күрһәтелә. Унда республика етәксеһенең эшмәкәрлеге тураһында күп кенә факттар тәүге тапҡыр киң йәмғәтселеккә сығарыла. Журналист Дмитрий Каретко менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы үҙенең тормошоноң иң ҡатмарлы осорҙарын иҫенә төшөрә һәм көн тәртибендәге төп мәсьәләләргә туҡтала.