“Бер кем дә онотолмаған“.
“Юлдаш“ радиоһы Орел өлкәһендә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтелгән репортаж. Авторы - Вадим Лаврентьев.
Орел өлкәһенең Колпна районында 1943 йылдың ҡышында фашистар менән ҡаты бәрелештәр була. 12 февралдә район дошмандарҙан тулыһынса азат ителә. Советтар Союзының төрлө төбәктәренән 10 меңдән ашыу һалдат йәнен фиҙа ҡыла. Колпнала 40-тан ашыу туғандар ҡәберлеге бар. Унда Башҡортостан яугирҙары ла ерләнгән.
Изге сәфәр барышында Колпна районы Ушаков, Маркин, Фошня, Ахтырка, Воронов ауылдарында булдыҡ. Бында һуғышта һәләк булған яугирҙарҙың ҡәберлегенә тыуған ер тупрағы һалынды, Башҡортостандан килтерелгән ағастар ултыртылды, аяттар уҡылды һәм ҡурай моңо яңғыраны. Колпна ауылында Еңеү көнөнә арналған тантана һәм “Үлемһеҙ полк” маршында ҡатнаштыҡ, концерт күрһәттек. Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина башҡарыуында башҡорт һәм рус йырҙары Еңеү көнөнә йыйылған кешеләрҙе таң ҡалдырҙы. Радионың тауыш режиссеры һәм популяр йырсы Сәйет Билалов ҡурайҙа уйнаны. Әйткәндәй, был уйын ҡоралын беҙгә халҡыб