АИЕЛг - 100. ЖУРНАЛУАГИДЕЛЬ - 100 ЛЕТ. Мунир Кунафин. Интервью
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ағиҙел» журналының 100 йыллығын билдәләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Билдәле булыуынса, нәфис әҙәби баҫма 1923 йылдан сығып килә. Заман бөгөн нәфис жанр йүнәлешендә эшләүсе журналистар алдында ниндәй бурыс ҡуя? Бындай ҡатмарлы осорҙа нәфис әҙәби журналдың ҙур юбилейын билдәләү ни өсөн мөһим? Ил өсөн мөһим осорҙа журнал нисек һәм ниндәй йөкмәтке менән сығарыла килгән? «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире, шағир һәм публицист Мөнир Ҡунафин менән әңгәмә ошо хаҡта.