“Өфө һөйләй“
Аҡ күлдәк кейгән, толом-толом сәстәрен тағатып төшөргән, һинд ҡыҙына оҡшап торған йәш кенә ҡыҙ, бынан күп йылдар элек, зәңгәр экрандар аша “Йәш ғүмерҙәр“ тигән моңло йыры менән әсир итте лә, күптәрҙең кумирына әйләнде. Беҙҙә ҡунаҡта - Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған артисы, актриса, йырсы Гөлсөм Бикбулатова. Әңгәмәгә ҡушылығыҙ!