Туан тел кнн арнап Лили Юлдашбаеванан оталы дресе
🌐 Халыҡ-ара туған тел көнөнә арнап, Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы эргәһендәге Ата-әсәләр комитеты ағзаларынан оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим итәбеҙ.
Лилиә Юлдашбаева Мостай Кәрим яҙған “Башҡортостан“ шиғырынан һәм “Өфө-Шишмә“ шаярыуынан башлап Башҡортостандың төрлө төбәктәренә һәм ундағы билдәле шәхестәргә баланың иғтибарын йүнәлтә.
“Улым, республикабыҙҙа шулай күп төбәктәр һәм ҡалалар бар. Илебеҙҙә төрлө милләт кешеләре татыу йәшәйҙәр. Тик, илебеҙ һаҡындағы мәғлүмәт район-ҡалалар менән генә сикләнмәй. республикабыҙ урман-тауҙарға ла, йылға-күлдәргә лә бай. Беҙ һинең менән уларҙы ла өйрәнербеҙ“, - тип әйтә улына Лилиә ханым.
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #БашҡортТеле #БашкирскийЯзык #Роднойязык #ГодКультуры #МәҙәниәтЙылы #рухиәт #ТуғанТел