ТОРМОШ. Село Глуховская Белебеевский район

Бәләбәй төбәген дуҫлыҡ, бөйөк шәхестәр биргән интернациональ төйәк тиһәк арттырыу булмаҫ. Бәрәкәтле урында Константин Иванов, Яков Ухсай, Фәтих Кәрим, Таһир Ахунйәнов һәм башҡаларҙың “кендек ҡаны” тамған. Сергей Аксаков, Марина Цветаева, Владимир Даль кеүек бөйөк ижадсыларҙың эҙҙәрен һаҡлай был яҡтар. Бөгөн “Тормош” проекты райондың йөҙөк ҡашы булған, төйәктең “Айыҡ ауыл-2021”конкурсы еңеүсеһе- Глуховская ауылында. #тормош #бст #башкортостан
Back to Top