Плеханова нис орай тл (Р. Мифтахов)
Видеоролик подготовлен на “Курсы башкирского языка“
Риф Мифтахов “Һорай төҫлө“
Белһәгеҙсе, әсәй нисек көттө
Ағайымдың ҡайтыуҙарын.
Хатта “ҡара ҡағыҙ“ҙан һуң
Көттө ишек шаҡыуҙарын.
Әле лә ул көтөп ята төҫлө
“Әсәй...“ тигән тауыштарын.
Тыуған ерҙә әсәй эргәһенә —
Тау башына аяҡ атланыммы,
Барып етмәҫ борон һорар төҫлө:
“Балам, ағаң ҡайтманымы?..“
Әсәй, әсәй, әсәй, башҡа берәй
Еңелерәк һорау тапманыңмы?..