УЫШ ЙЫЙЫУ ЕМ БАРА
Донъяла ер эшкәртеүҙән һәм иген үҫтереүҙән дә маҡтаулыраҡ һөнәр юҡ. Бөгөн дә, ҡатмарлы климат шарттарына ҡарамай, районыбыҙҙың агросәнәғәт комплексы белгестәре ең һыҙғанып эшләй, эшһөйәрлек һәм түҙемлелек, һайлаған һөнәрҙәренә тоғролоҡ өлгөһө күрһәтә. Районыбыҙҙың иң алдынғы һаналған “Лейтер“ крәҫтиән- фермер хужалығы эшсәндәре лә тап шундайҙарҙан.