Ғүмәр ауылында агротуризм үҫешә
Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары — Республика биләмәһендәге тарихи һәм иҫтәлекле урындар. Бындайҙар иҫәбенә мәмерйәләр, файҙалы ҡаҙылмалар сығанағы, геологик асыҡ урындар, шарлауыҡтар, ҡаялар, оҙаҡ йәшәгән ағастар, һирәк осрай торған борондан һаҡланған ағаслыҡтар, урмандар, күлдәр, шишмәләр, йырындар һәм башҡалар инә. Улар һәр районда тиерлек бар. Ишембай рйонында ла республикаға билдәле матур урындар бик күп. Шуларҙың араһында - Бүжәтау менән Ғүмәр тарлауығы Улар бөгөн туристарҙы, ҡунаҡтарҙы күпләп йәлеп итеп тора.