Башорт егете вертолет йыйан
Ғафури районының Сәйетбаба ауылы “кулибины” Марсель Ҡотлобаев сираттағы эше менән ауылдаштарын ғына түгел, ә республика халҡын да хайран итте.
Алтын ҡуллы Марсель Ҡотлобаев бәләкәйҙән тимер-томорға иҫе китеп үҫкән егет икән: телевизор, магнитофон, радиоалғыстар ремонтлай. Квадроциклдар эшләй, тора-бара тағы ла ҡатмарлыраҡ техникаға - вертолет эшләүгә тотона. Вертолет тураһында бик күп китаптар уҡый, видеояҙмалар ҡарай һәм теләгенә өлгәшә – ул үҙенең тимер ҡошон эшләп, һынау осоштарын күрһәтте.
Афарин, Марсель Миҙхәт улы!
()
(