VID-20210121-WA0024

Сәләм Ғәлим улы Ғәлимов 1911 йылдың 18 ғинуарында Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙенең (хәҙерге Силәбе өлкәһе) Сосновка районының Оло Тәгеш ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, 1928 - 1930 йылдарҙа ауылда уҡытыусы, комсомол ойошмаһы секретары булып эшләй, колхоз ойоштороуҙа ҡатнаша, ауыл хәбәрсеһе була. 1930 йылда “Башҡортостан “ гәзите редакцияһына эшкә саҡырыла. 1937 йылда Башҡорт дәүләт пединститутын тамамлай. Артабан Өфөләге Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт фәнни - тикшереү институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1938 йылда СССР фәндәр академияһының Легендар филиалына аспирантураға уҡырға ебәрелә, ул унда ҡаты сирләп китә һәм 1939 йылда19 июлендә вафат була. Ғәлимов Сәләм башҡорт шиғриәтендә беренсе булып лирик, эпик һәм новаторлыҡ алымдарын ҡуллана.йы
Back to Top