Федераль суд приставтары «Өфөнөң еңеү рекорды» акцияһына ҡушылды
Федераль суд приставтары Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығына арналған «Өфөнөң еңеү рекорды» акцияһына ҡушылды. Уның сиктәрендә бер ай эсендә 1 миллион 120 мең тапҡыр күнегеү башҡарырға кәрәк. Күрһәткес Өфөлә йәшәүселәр һаны менән тап килә. Әлегә 600 меңдән ашыу йыйылған. Дөйөм иҫәпкә суд приставы хеҙмәткәрҙәре лә ҙур өлөш индерҙе. Акция барышында 70 кешенең һәр береһе 40-шар тапҡыр физик күнекмә яһаны. Эстафета юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына тапшырылды. Патриотик сара 7 майға тиклем дауам итә.